Поиск

Башкирский народный костюм

Пост обновлен апр. 26


Маликова Разида Абдулхаковна

Воспитатель МАДОУ Башкирский ДС №308​

г. Уфа, Республика Башкортостан

Краткая аннотация: -

Тема:” Башҡорт милли аяҡ кейеме - ситек”

Маҡсаттар:

Өйрәтеүсе:балаларҙы башҡорт милли аяҡ кейеме –ситек менән таныштырыу,телмәрҙә “ситек”, “биҙәк”,“оҫта” һүҙҙәрен ҡулланырға өйрәтеү. Кейемдәрҙең атамаларын башҡортса дөрөҫ атау, хәтерҙә ҡалдырыу.

Үҫтереүсе: башҡорт милли кейемдәре менән таныштырыуҙы дауам итеү,һөйләмдәрҙе дөрөҫ төҙөй белеүҙе, “ҡ” ,“ҙ”, “ҫ” өндәрен телмәрҙә нығытыу,бәйләнешле телмәрҙе үҫтереү.

Тәрбиәүи: башҡорт мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу,ҡул эшенә һөйөү тәрбиәләү.

Дәрес барышы:

Тәрбиәсе: Балалар, әйҙәгеҙ, бөгөн һеҙҙең менән күргәҙмә залына барайыҡ. Унда нимәләр бар икән.

Балалар тәрбиәсе менән мольберттар теҙелгән залға инә.

Тәрбиәсе :Бына беҙ һеҙҙең менән күргәҙмә залының кейем-һалым бүлегендә.(балаларға мольберттағы һүрәттәрҙе күрһәтә)

Тәрбиәсе :Әйҙәгеҙ, ҡарайыҡ, әле нимәләр төшөрөлгән?

Балалар: Башҡорт милли кейемдәре (балаларҙың шәхси һәм дөйөм яуаптары).

Тәрбиәсе:Әйе, дөрөҫ. Ҡарап иҫкә төшөрөп үтәйек әле: башҡорт ҡыҙҙары баштарына нимә кейгәндәр?( ҡашмау)

-Ә башҡорт малайы?(бүрек)

Балаларҙың яуаптарын ҡабатлатыу.

Тәрбиәсе:Ҡыҙҙар оҙон күлдәк кейгәндәр, ә малайҙар ирҙәр күлдәген кейгәндәр.(Ҡыҙҙарҙың күлдәктәре итәкле, матур, һары төҫтә).

Ҡыҙҙар – камзул кейгәндәр, ә малайҙар – елән.

Тәрбиәсе:Ә аяҡтарына нимә кейгәндәр?

Балалар: ситек.

Балалар урындарына ултыралар.

Тәрбиәсе: Бына балалар, беҙ күргәҙмә залында матур һүрәттәр күрҙек. Күргәҙмәне үҙебеҙҙең белемебеҙ менән байытып та алайыҡ. Бының өсөн беҙгә СЕРЛЕ ҺАНДЫҠ ярҙамға киләсәк. Серле һандыҡтан кейемде алып, атамаларын әйтеп, уны ике төркөмгә: ҡыҙҙарҙыҡы һәм малайҙарҙыҡына айырып ҡуйырға кәрәк.

Д/У: “СЕРЛЕ ҺАНДЫҠ”.

Һәр бер бала Һандыҡтан кейем ала,уларҙы айырып ике бағанаға элә.

Тәрбиәсе: Афарин, балалар, бына беҙҙең күргәҙмәбеҙ тағы ла йәмләнеп китте. Ҡарағыҙ әле, ошо кейемдәр араһында бер иш, уртаҡ нимә күрәбеҙ?

Балалар:ситек.

Экранда һүрәттәр күрһәтелә(слайд)

Тәрбиәсе :Әйе, ситектәр төрлө, төрлө биҙәктән торған. Ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы ирҙәрҙекенә ҡарағанда зауыҡлыраҡ булған. Уны төрлө, төрлө биҙәктәр ҡулланып эшләгәндәр. Башҡорт биҙәктәре ромб, ҡусҡар һ.б. Ситектәрҙе борон-борондан ололар ҙа, балалар ҙа кейгәндәр. Ул бик уңайлы аяҡ кейеме булған. Уны эшләгәндә лә, байрамдарҙа ла, төрлө ярыштарҙа ла кейгәндәр. Ситекте башҡорттар, татарҙар кейәләр. Ситекте бик сифатлы итеп, оҫта ҡуллы оҫталар күндән эшләгәндәр.

Тәрбиәсе :Балалар, әйҙәгеҙ башҡорт халыҡ кейемдәре тураһында белемебеҙҙе арттырып алыр өсөн мин һеҙгә уйын уйнап алырға тәҡдим итәм.

УЙЫН: “КАРУСЕЛЬ”

Тәрбиәсе һанашмаҡ әйтә,балалар икешәрләп уйнайҙар.

(Түңәрәк уртаһында ситек һүрәте,ситендә-ситек менән бәйле һүрәттәр.Һанашмаҡ бөткәс балалар ниндәй һүрәт янында туҡтай,шул һүрәткә ярашлы ҡапма-ҡаршы һорау һәм яуап бирергә тейештәр)

Уйындан һуң, киҫеп йәбештереү “Ситек”.

Балалар бирелгән өлгө ярҙамында, ситеккә ҡусҡар биҙәге йәбештереп сығалар.


© 2015-2020 ВТЦ "Мультяшкино". Все права защищены.

Сетевое издание Всероссийский Творческий Центр "Мультяшкино".

Свидетельство о регистрации СМИ ЭЛ № ФС 77 - 67306 от 30.09.2016 г.

  • Vkontakte Social Иконка
  • Одноклассники Social Иконка
  • Instagram

0+